Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Сентябрь 2022, 09:30

Баландан ҡайнатма

Көҙ һайын баландан шундай ҡайнатма әҙерләйем. Ғаиләм дә, ҡунаҡтар ҙа бик ярата уны. Уның өсөн кәрәк: 1 кг балан, 1,5 кг шәкәр ҡомо, 400 мл һыу, 10 гр ваниль шәкәре, 1 дана лимон...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баландан ҡайнатма

Көҙ һайын баландан шундай ҡайнатма әҙерләйем. Ғаиләм дә, ҡунаҡтар ҙа бик ярата уны.

Уның өсөн кәрәк:

1 кг балан, 1,5 кг шәкәр ҡомо, 400 мл һыу, 10 гр ваниль шәкәре, 1 дана лимон.

Баланды алып яҡшылап йыуырға һәм боҙоҡтарын алып ташларға кәрәк. Уның өсөн 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ алып, шунда баланды 2-3 минутҡа төшөрәбеҙ. Һуңынан уларҙы дуршлагҡа һалып, ағын һыуҙа йыуабыҙ. Артабан сироп әҙерләйбеҙ. 400 мл һыуға 750 гр шәкәр һалып ҡайнатабыҙ һәм һыуытырға ҡуябыҙ. Һуңынан эмалле һауытҡа баланды һалып, өҫтөнә әҙер сиропты ҡойоп 5-6 сәғәткә ҡалдырабыҙ. Артабан лимондың тышын таҙартып (тышын ташламайбыҙ, кәрәк була) һутын ҡайнатма өҫтөнә һығабыҙ. Тишек сүмес менән баландарҙы һөҙөп алабыҙ. Ҡалған сиропҡа лимондың тышын ваҡлағыстан (терка) үткәреп һалабыҙ, ваниль шәкәре өҫтәп, 5 минутҡа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Һуңынан уны балан өҫтөнә һөҙөп ҡоябыҙ һәм ҡайнатып сығарабыҙ, өҫтөнән күперектәрен алабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас утта 7-8 минут тотабыҙ. Артабан утты һүндереп 4 сәғәткә ултыртабыҙ.

Шундай тәмле ҡайнатма менән һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы һәм туғандарығыҙҙы һөйөндөрөгөҙ әле.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: