Тазикка йә биҙрәгә 2-3 литр һыу ҡойоп, кер һабынын иретер кәрәк була. Әйткәндәй, бының өсөн күҙ һабыны бармай! Һабынды иретеп, һыуҙы болғай-болғай тор. Ул һөт төҫөнә инергә тейеш.
Берәр ус аш содаһы менән диңгеҙ тоҙон (уныһы булмаһа, аш-һыу бүлмәһендә һаҡланғаны ла ярап ҡала) ҡушып, ирегәнсе болғатып торабыҙ. Хәҙер был һыуға сәйнүктәге эҫе һыуҙы ҡушабыҙ. Аяҡты тыға алаған тиклем эҫелектә булһын. Унан йәнә берҙе болғатып, 10 тамсы йод ҡушыр кәрәк.
Был һыуға аяҡты тығып (шайтанашығына тиклем) 15 минут ултырып торабыҙ. Әҙерәк тә, күберәк тә түгел! Тап 15 минут ултырғандан һуң аяҡты алабыҙ. Әгәр инде хатта 1 минутҡа ғына булһа ла оҙағыраҡ ултырһаң, кире процесс башланыуы ихтимал!
Был ваҡыт эсендә иҙмә аяҡтан бар һыҙланыуҙы сығарып алыр.
Аяҡтарыңды таҫтамал менән һөртөп, табаныңды массаж яһай-яһай крем менән майла. Унан йөн ойоҡ кейеп йоҡларға ят.
Иҙмәне түгергә ашыҡма. Уны йәнә 3 тапҡыр ҡулланырға була. Тик эҫетер кәрәк була. Һәр саҡ 10 тамсы йод өҫтәп һалып, тик 15 минут ҡына аяҡты тығып ултырырға кәңәш ителә. Ә бына 4-сегә ҡулланырға кәрәкмәҫ. Түгеп, ҡабаттан иҙмә эшлә.
Һау-сәләмәт бул! Һәр саҡ шатланып йүгереп йөрөргә яҙһын!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда тибип менән кәңәшләшергә онотма!