

Георгин һәм гладиолустарҙы ни тиклем генә яратһағыҙ ҙа, артығын ултыртмағыҙ. Сөнки уларҙы икенсе миҙгелгә тиклем һаҡлау ауырға төшә. Баҡсасылар көҙ айҙарында сәскә һуғанбаштарын күп итеп ҡалдырырға тырыша. Ләкин яҙ етеү менән күңелһеҙ күренеш күҙгә ташлана: һуғанбаштар юҡҡа сыҡҡан, серегән була.
Әгәр баҙ, гараж йәки верандағыҙ юҡ икән, сәскәләрҙе күпләп һаҡларға тырышмағыҙ. Һуғанбаштар һаҡланасаҡ урында һәр ваҡыт тиерлек 5 – 8 градус йылы булырға тейеш. Орлоҡ саҡ ҡына булһа ла боҙолһа, шундуҡ ташлағыҙ. Ул үҙе лә серейәсәк, эргәһендәгеләрҙе лә зарарлаясаҡ. Һуғанбаштарҙы ҡыш буйы тикшереп тороу талап ителә. Боҙолған урындарын ҡырҡып ташларға, зеленка менән таҙартырға онотмағыҙ. Ә инде ул яртылаш тиерлек боҙолһа, сүпкә ырғытырға ғына ҡала.
Гүзәл Иҫәнгилдина.