Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Сентябрь 2022, 16:12

Майһыҙ, һеркәһеҙ бик тәмле лечо

Ике йыл һаҡлана. Эшләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.


Майһыҙ, һеркәһеҙ бик тәмле лечо

Уның өсөн кәрәк:
1,5 кг помидор һәм 1,5 кг борос - уларҙы түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Артабан 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 1 аш ҡалағы тоҙ ҡушабыҙ, яҡшылап болғатабыҙ. Болғай-болғай, ҡайнай башлағандан алып талғын утта 30 минут бешерәбеҙ.
Стерилләнгән банкаларға һалып ябабыҙ ҙа, баштүбән әйләндереп, өҫтөнән йылы одеал менән бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ.
Үҫемлек майы ла, һеркә лә кәрәкмәй. Ике йыл һаҡлана.

Ашығыҙ тәмле булһын.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: