

Көҙөн балан ҡыуағында емелдәшеп торған ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо матурлығы өсөн уны күптәр урмандан алып ҡайтып, өй янына ултырта. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырга күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.
Кеҫәл
Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ. Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.
Желе
Таҙартып йыуылған баланды ҡабығы йомшарғансы бешереп алығыҙ. Һуңынан һыуын түгеп, 2 стакан яңынан йылы һыу һалығыҙ ҙа йомшарғансы бешерегеҙ. Бешкән баланды иләк аша үткәргәс, шәкәр ҡомо ҡушып болғатығыҙ. Ҡатнашманы һалмаҡ утта ҡабат 50 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаға тултырығыҙ. Желены һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Желе өсөн: 1 кг баланға 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк.
Бешкән ит
Өлөшләп киҫкеләнгән һөйәкле йә иһә һөйәкһеҙ һарыҡ итен майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырығыҙ. Шуның өҫтөнә яңы һығып яһалған балан һуты, тоҙ, борос һибегеҙ. Әҙер булғансы уртаса утта, һурпалы табала томалап бешерегеҙ. Бындай итте ҡайнар килеш ашау яҡшы, һыуынғас тәме үҙгәрә.
150 г һарыҡ ите, 200 г балан, 1 сәй ҡалағы һары май, тоҙ, борос кәрәк.
Гүзәл Иҫәнгилдина.