Файҙалы кәңәштәр
11 Сентябрь 2022, 09:23

Балыҡлы бәлеш

Йәкшәмбе көн уңышлы үтһен! Өйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ. Был бәлеш өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы алына. Эслек өсөн 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡа, йәнегеҙ теләгән йәшелсә, 50 гр сыр кәрәк була. 

Балыҡлы бәлешБалыҡлы бәлеш
Балыҡлы бәлеш

 

Өйҙәгеләребеҙҙе тиҙ генә әҙерләнә торған тәмле генә бәлеш менән һыйлап алайыҡ.

Был бәлеш өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы алына.

Эслек өсөн 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡа, йәнегеҙ теләгән йәшелсә, 50 гр сыр кәрәк була. 

Башта ҡамыр әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн кефир, йомортҡа, он, аш содаһын ҡушып бутайбыҙ ҙа майланған табаға ҡоябыҙ.

Балыҡтың майын түгеп, үҙен сәнске менән иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған йәшелсә менән йомортҡаны ҡушабыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Эслекте һалған саҡта, таба ситенә еткермәйбеҙ.

Бәлеште ҡыҙҙырылған духовкаға 20 минутҡа ултыртабыҙ.

Бешеп етмәҫ элек алып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә йәнә духовкаға ултыртабыҙ. 5 минуттан бәлеш әҙер.

Уны берҙәй үк эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә рәхәтләнеп ашарға була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас