Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2022, 06:12

«Анкл Бенс» лечоһы

Лечо өсөн 3 кг помидор, 25 борос, 5 эре кишер, 5 эре башлы һуған, 1 стакан шәкәр, өймәләмә 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 9%-лы 100гр уксус.

«Анкл Бенс» лечоһы«Анкл Бенс» лечоһы
«Анкл Бенс» лечоһы

«Анкл Бенс» лечоһы

Лечо өсөн 3 кг помидор, 25 борос, 5 эре кишер, 5 эре башлы һуған, 1 стакан шәкәр, өймәләмә 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 9%-лы 100гр уксус кәрәк була.

Помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә шәкәр, тоҙ, май ҡушып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Был мәлдә борос менән һуғанды ярымбалдаҡлап ҡырҡҡылайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йәшелсәләргә соус ҡушып йәнә 15 минут бешерәбеҙ.

Әҙер лечоға уксус ҡушып стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас