Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Сентябрь 2022, 14:06

Алма желеһы

Был повидло өсөн 3,5 кг алма, 1,5 литр һыу, 2,4 кг шәкәт алына.   

Алма желеһыАлма желеһы
Алма желеһы

Был повидло өсөн 3,5 кг алма, 1,5 литр һыу, 2,4 кг шәкәт алына. 

Алманы йыуып киҫәкләп ҡырҡҡылайбыҙ. Был киҫәктәрҙе кәстрүлгә һалып, һыу ҡойоп утҡа ултыртабыҙ. 2 сәғәт бешерәбеҙ. 

 Әленән-әле болғатып торабыҙ. Аҙаҡ бешкән алманы ике ҡатлы марляға һалып, табаҡ өҫтөнә элеп ҡуябыҙ. Ҡул менән һығырға кәрәкмәй. Алманан сама менән 2 литр һут аға. 

Һутҡа шәкәрҙең яртыһын ҡушып, 20 минут ҡайнатабыҙ. Унан ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. 

Желены уттан алып, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас