Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
9 Сентября 2022, 07:14

Тамағың ауыртамы?

Ҡурай еләге әле япраҡтары ҡойолоп та, һарғайып та өлгөрмәгән.  Был, ысынлап та, мөғжизәле япраҡ. Уны хатта йоҡонан уяныу өсөн ҡәһеүә урынына ла эсергә була. Ә бына һыуыҡ тейеү менән бәйле ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн бик шәп сара булыуына хатта шик тә юҡ. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, әйҙәгеҙ бешерә һалайыҡ.  Бының өсөн ҡурай еләгенең ботаҡлы япраҡтарын өҙөп алайыҡ. Өсәү-дүртәү етә. 500 мл һыу кәрәк була. 1 киҫәк лимон менән бал да бик ярап ҡала.   

Тамағың ауыртамы?Тамағың ауыртамы?
Тамағың ауыртамы?

Был, ысынлап та, мөғжизәле япраҡ. Уны хатта йоҡонан уяныу өсөн ҡәһеүә урынына ла эсергә була. Ә бына һыуыҡ тейеү менән бәйле ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн бик шәп сара булыуына хатта шик тә юҡ. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, әйҙәгеҙ бешерә һалайыҡ. 

Бының өсөн ҡурай еләгенең ботаҡлы япраҡтарын өҙөп алайыҡ. Өсәү-дүртәү етә. 500 мл һыу кәрәк була. 1 киҫәк лимон менән бал да бик ярап ҡала. 

Һыуҙы ҡайнатабыҙ ҙа бер аҙ һыуынғанын көтәбеҙ. 90 градус тирәһендә булһа - бик шәп! Был һыуға әлеге ботаҡлы ҡурай еләге япраҡтарын һалабыҙ. Өҫтөн таҫтамал менән ҡаплап торабыҙ. 10-15 минут төнәткәндән һуң һөҙөп алабыҙ.

Булды! Был эсемлеккә тәменә ҡарап бал, лимон, хатта шәкәр һалып, рәхәтләнеп яйлап ҡына эсәбеҙ. 

Еңел булып ҡалдымы? Ҡалыр ҙа шул! 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә тәҡдим итәбеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас