Файҙалы кәңәштәр
9 Сентябрь 2022, 09:30

Бәшмәктән икра

Шул ҡәҙәр тәмле бәшмәк икраһын бер тапҡыр эшләһәгеҙ, йыл да уны әҙерләйәсәкһегеҙ. Эшләүе лә еңел генә. 2 кг бешкән (15 минут) бәшмәк, 300 г ваҡлап туралған һуған, 300 гр ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 2-3 помидор йәки томат пастаһы алабыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Бәшмәктән икра

Шул ҡәҙәр тәмле бәшмәк икраһын бер тапҡыр эшләһәгеҙ, йыл да уны әҙерләйәсәкһегеҙ. Эшләүе лә еңел генә. 2 кг бешкән (15 минут) бәшмәк, 300 г ваҡлап туралған һуған, 300 гр ҡырғыстан үткәрелгән кишер, 2-3 помидор йәки томат пастаһы алабыҙ. Һуған менән кишерҙе көнбағыш майы һалынған табала ҡыҙҙырабыҙ. Бешкән бәшмәкте ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм 1 стакан көнбағыш майы, 3 дана лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос, үткәрелгән помидор йәки 50 гр һыуҙа болғатып иҙелгән томат пастаһы (1:4), тәменә ҡарап тоҙ өҫтәйбеҙ. Бөтәһен бергә ҡушып 1 сәғәт ҡыҙҙырғас, ваҡ итеп туралған 4 теш һарымһаҡ өҫтәп, тағы ла 20 минут бешерәбеҙ. Утты һүндергәс тә алдан стерилләнгән банкаларға һалып сығып, ҡапҡастарын нығытабыҙ һәм әйләндереп ҡуябыҙ. Һыуынғанға тиклем шулай торорға тейеш.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас