Файҙалы кәңәштәр
8 Сентябрь 2022, 10:25

Миләүшәләрҙе нисек үрсетергә?

Бер генә миләүшә гөлөнөң япрағын алып, унан бер нисә төп үҫтерергә мөмкин. Япраҡты бер нисә урындан 1 см аралыҡ менән ҡырҡып сығырға һәм ныҡ еүеш булмаған тупраҡҡа һалырға... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бер генә миләүшә гөлөнөң япрағын алып, унан бер нисә төп үҫтерергә мөмкин. Япраҡты бер нисә урындан 1 см аралыҡ менән ҡырҡып сығырға һәм ныҡ еүеш булмаған тупраҡҡа һалырға. Өҫтөн еңелсә генә баҫып алырға. Һауытты пленка менән ҡапларға. Көн һайын уны асып, әҙерәк елләтеп алырға. Тупраҡ дымлы булһа, һыу ҡойорға ярамай. Бер аҙ ваҡыттан бер генә япраҡтан бер нисә төп миләүшә үҫеп сығып, һеҙҙе ҡыуандырыр.

Сығанаҡ: "Домоводство" төркөмө. Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас