Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Сентябрь 2022, 11:55

Артритты тоҙ менән дауалайыҡ

Атриттан дауаланыу өсөн беҙгә 1 пар йөн ойоҡбашы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 стакан эҫе һыу кәрәк була. Тоҙҙо эҫе һыуға һалып иретәбеҙ. Һыуынып өлгөрмәҫ элек йөн ойоҡто тоҙло иҙмәгә тығып алабыҙ ҙа яҡшылап һығабыҙ. Шунда уҡ аяҡҡа кейәбеҙ. Ойоҡбаштар кипкәнсе шулай ултырып торабыҙ.   

Артритты тоҙ менән дауалайыҡАртритты тоҙ менән дауалайыҡ
Артритты тоҙ менән дауалайыҡ

Атриттан дауаланыу өсөн беҙгә 1 пар йөн ойоҡбашы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 стакан эҫе һыу кәрәк була.

Тоҙҙо эҫе һыуға һалып иретәбеҙ. Һыуынып өлгөрмәҫ элек йөн ойоҡто тоҙло иҙмәгә тығып алабыҙ ҙа яҡшылап һығабыҙ. Шунда уҡ аяҡҡа кейәбеҙ. Ойоҡбаштар кипкәнсе шулай ултырып торабыҙ. 

Тоҙ шеште бөтөрә, һыҙланыуҙы баҫа. Был процедураны йыш ҡабатлаһаң, ауырыу баҫылып торор. 

Әгәр инде һеҙҙе ҡул быуындары артриты борсоһа, ойоҡбашты бейәләйгә йә бирсәткәгә алмаштырабыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас