Ә бит ул организм өсөн бик файҙалы.
Тауыҡ йомортҡаһы - йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, ашҡаҙан-эсәк һәм башҡа ауырыуҙарҙы киҫәтә.
Йомортҡаны тауыҡ һалған көндә үк ашағанда файҙаһы күберәк була.
Йомортҡаны һалҡын урында йәки тоҙ эсендә һаҡларға кәрәк.
Йомортҡаның һарыһы, ағына ҡарағанда, нығыраҡ файҙалы. Ул тулыһынса тиерлек эшкәртелеп, файҙалы матдәләргә бүленеп бөтә. Йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, эсәктәр, һейҙек ҡыуығы, баш мейеһе, тән өсөн файҙалы. Күп ҡан юғалтҡан кешеләрҙең хәлен яҡшырта.
Сей йомортҡаның һарыһын тауышты таҙартыу, һейҙек ҡыуығы эстән янғанда эсәләр. Тик йомортҡа һарыһы сей килеш ашҡаҙан һәм бөйөрҙәр өсөн зарарлы – таш ултырырға мөмкин, тәнгә ҡысыу сығыуы мөмкин.
Йомортҡаны ярым сей – ярым бешкән килеш ашарға кәрәк. Бының өсөн ҡайнар һыуға һалығыҙ һәм 100-гә тиклем һанағыҙ. Шул мәлдә йомортҡа бешер-бешмәҫ була.
Иң яҡшыһы, йомортҡаны һытып, һыуҙа йәки һөттә бешереп ашау.
Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" - моңло радио" төркөмөнән.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.