Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Сентябрь 2022, 05:30

Ҡарбузды ҡышҡылыҡҡа әҙерләү

Быны мин йыл да эшләйем. Бигерәк тә Яңы йылда байрам өҫтәлен йәмләй. Бындай тәмлекәсте балаларым бигерәк тә ярата. Бының өсөн ҡарбузды орлоҡтарынан таҙартабыҙ, тышын ҡырҡып ташлайбыҙ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быны мин йыл да эшләйем. Бигерәк тә Яңы йылда байрам өҫтәлен йәмләй. Бындай тәмлекәсте балаларым бигерәк тә ярата.

Бының өсөн ҡарбузды орлоҡтарынан таҙартабыҙ, тышын ҡырҡып ташлайбыҙ. Стерилләнгән банкаларға 3 теш һарымһаҡ, бер нисә түңәрәк ҡара борсаҡ, 2 таблетка аспирин (былар 1,5 литр банкаға, әгәр 3 литрлыҡ икән - 3 таблетка һәм 6 теш һарымһаҡ) һалабыҙ. Уның өҫтөнә ваҡлап туралған ҡарбуздарҙы теҙеп сығабыҙ. Тоҙлама әҙерләйбеҙ. Уның өсөн 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр алып, ҡайнатып сығарабыҙ. Тоҙлама ҡоғас, стерилләнгән крышкаларҙы ябып борабыҙ ҙа банканы әйләндереп ҡуябыҙ.

Әйткәндәй, аспирин урынына һеркә ҡулланырға мөмкин.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас