Файҙалы кәңәштәр
5 Сентябрь 2022, 11:30

Помидор соусы

Помидорҙар күпләп бешә башланы. Уларҙан телеңде йоторлоҡ тағы ла бер турама тәҡдим итәбеҙ. Был рецепт менән лечо әҙерләү ауырлыҡ тыуҙырмай. Теләк кенә булһын. Шулай итеп беҙгә кәрәк:

Тәмле генә соус буласаҡ 

- 6 кг помидор
- 1 кг борос
- 100 гр петрушка
- 6 ҡалаҡ тоҙ
- 450гр шәкәр

Бөтәһен бергә бутап, 30 минут ҡайнатырға. Һуңынан берәр ҡалаҡ ҡара һәм әсе борос, 2 аш ҡалаҡ тәмләткестәр һалып, тағы 30 минут ҡайнатабыҙ.

5 аш ҡалағы 9% һеркә, һыу менән буталған 3 аш ҡалаҡ крахмал өҫтәйбеҙ. 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас