+24 °С
Ямғыр


Бының өсөн 2-әр кг сөгөлдөр
менән помидор, 1-әр кг һуған менән кишер, 250 гр шәкәр,100 гр тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы алына.
Барлыҡ йәшелсәләрҙе үҙебеҙ теләгәнсә ваҡлайбыҙ (турарға ла, ҡырғыстан үткәрергә лә була), тоҙ, шәкәр, май ҡушып, 40 - 50 минут быҡтырабыҙ. Бешеп килгәндә 3 аш ҡалағы 9%-лы уксус ҡоябыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!