+20 °С
Облачно


Лечо өсөн 2 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг һуған, 150 мл көнбағыш майы, 20 мл аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. Борос менән һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Помидорҙы ҡырғыс аша үткәреп, уға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, төйөлгән хуш еҫле борос һалырға. Барыһын бергә бер сәғәт тирәһе бешерергә. Баҙҙарыбыҙ - тулы, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.