Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Сентябрь 2022, 06:45

Тоҙланған әсе-татлы помидор

  3 литрлыҡ банкаға 1,8 кг помидор, 2-3 татлы борос, 1 әсе борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 керән тамыры кәрәк була. Рассол өсөн 1,2 литр һыу, 10 хуш еҫле борос төймәһе (душистый перец горошком), 2 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр алына.  Помидорҙы йыуып, сәнскеләп сығабыҙ. Татлы боросто орлоғонан таҙартабыҙ ҙа буйына ҡарай урталай ҡырҡабыҙ. Әсе боросто шулай уҡ орлоғон таҙартабыҙ ҙа, арҡырыһына урталай ҡырҡабыҙ.  Стерилләнгән банка төбөнә керән...

Тоҙланған әсе-татлы помидорТоҙланған әсе-татлы помидор
Тоҙланған әсе-татлы помидор

Тоҙланған әсе-татлы помидор

3 литрлыҡ банкаға 1,8 кг помидор, 2-3 татлы борос, 1 әсе борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 керән тамыры кәрәк була.

Рассол өсөн 1,2 литр һыу, 10 хуш еҫле борос төймәһе (душистый перец горошком), 2 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр алына. 

Помидорҙы йыуып, сәнскеләп сығабыҙ. Татлы боросто орлоғонан таҙартабыҙ ҙа буйына ҡарай урталай ҡырҡабыҙ. Әсе боросто шулай уҡ орлоғон таҙартабыҙ ҙа, арҡырыһына урталай ҡырҡабыҙ. 

Стерилләнгән банка төбөнә керән менән һарымдаҡты һалабыҙ. Унан банканы помидор менән татлы боросто аралаштырып тултырабыҙ. Ҡайнар һыу ҡойоп, банканың ҡапҡасын 15 минутҡа ҡаплап торабыҙ. 

Был һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, рассол әҙерләйбеҙ. 

Аҙаҡ банка ҡапҡасын нығытып, баштүбән ултыртып торабыҙ. Банкалар һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас