Файҙалы кәңәштәр
3 Сентябрь 2022, 04:33

МАРИНАДЛЫ ПАТИССОНДАР

Мммммм Патиссонды маринадлау өсөн ҡабығы ҡатмағанын һайлап алығыҙ. Ингредиенттар 1 лиртрлыҡ банкаға иҫәпләнгән. Йәш патиссондар, 2-3 төймә ҡара һәм хуш еҫле борос, 2-3 шт ҡәнәфеп, 1 лавр япрағы, 0,5 балғалаҡ укроп орлоғо йә 1 укроп зонты, 2-3 петрушка, 1-2 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ. Патиссондарҙы яҡшылап йыуып, банкаға...

МАРИНАДЛЫ ПАТИССОНДАРМАРИНАДЛЫ ПАТИССОНДАР
МАРИНАДЛЫ ПАТИССОНДАР

МАРИНАДЛЫ ПАТИССОНДАР

Патиссонды маринадлау өсөн ҡабығы ҡатмағанын һайлап алығыҙ. Ингредиенттар 1 лиртрлыҡ банкаға иҫәпләнгән.

Йәш патиссондар, 2-3 төймә ҡара һәм хуш еҫле борос, 2-3 шт ҡәнәфеп, 1 лавр япрағы, 0,5 балғалаҡ укроп орлоғо йә 1 укроп зонты, 2-3 петрушка, 1-2 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ.

Патиссондарҙы яҡшылап йыуып, банкаға тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ ҙа ҡалдырып торабыҙ.

Маринад өсөн: 1 литрлыҡ банкаға яраглы итеп һыу ҡайнатабыҙ. Ҡайнағас тоҙ һәм тәмләткестәр (борос, ҡәнәфер, лавр япрағы) өҫтәйбнҙ. Патиссондың һыуын түгәбеҙ һәм петрушка, һарымһаҡ, укроп өҫтәйбеҙ. Маринад ҡойоп, банкаларҙы нығытабыҙ.
Баш түбән әйләндереп, һыуынғансы өҫтөн нығытып торабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡыштарығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас