Файҙалы кәңәштәр
3 Сентябрь 2022, 11:00

Дөгөлө салат

Дөгөлө салат йәғни "завтрак туриста" туҡлыҡлы һәм тәмле булыуы менән айырыла...

Дөгөлө салатДөгөлө салат
Дөгөлө салат

10 ярты литрлы банкаға 2,5 кг помидор, 1 кг ташҡабаҡ, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 350 мл көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ тоҙ, 300 г дөгө ярмаһы, 250 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 1–2 һарымһаҡ, 5 лавр япрағы кәрәк. Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турап, кишерҙе, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, 45 минут бешерергә. Һуңынан тәмләткестәр, дөгө ярмаһын һалып. тағы ярты сәғәт утта тоторға. Әҙер массаны банкаларға һалып, 20 минут стерилләргә. Ҡышҡылыҡҡа туҡлыҡлы ризыҡ әҙер. Бәхетле булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас