Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
2 Сентябрь 2022, 09:25

Гөлгенәнән һеҙгә тәмле турама

Телеңде йоторлоҡ турама! Эшләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ! Кәрәк буласаҡ:2 кг ҡыҙыл помидор,2 кг ҡыяр,10-15 шт татлы борос (йәки 2 кг алырға ),200 г һарымһаҡ,2 аш ҡалағы тоҙ,130 г шәкәр ҡомо ( мин стакан менән һалам самалап , 250 грамлыҡ стакандың яртыһын),1 стакан йәки 150-200 г көнбағыш майы,1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы 70%-лыҡ,10 шт тирәһе борсаҡлы ҡара борос. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кәрәк буласаҡ:
2 кг ҡыҙыл помидор,
2 кг ҡыяр,
10-15 шт татлы борос (йәки 2 кг алырға ),
200 г һарымһаҡ,
2 аш ҡалағы тоҙ,
130 г шәкәр ҡомо ( мин стакан менән һалам самалап , 250 грамлыҡ стакандың яртыһын),
1 стакан йәки 150-200 г көнбағыш майы,
1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы 70%-лыҡ,
10 шт тирәһе борсаҡлы ҡара борос.

1. Помидор, татлы борос һәм һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә.

2. Быларҙың өҫтөнә тоҙ, шәкәр ҡомо, көнбағыш майы, борсаҡлы ҡара борос ҡушып бешерергә ҡуйырға, ҡайнап сыҡҡандан алып 10-15 мин ваҡыт бешерергә.

3. Артабан 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы ҡушырға һәм түңәрәкләп туралған ҡыярҙарҙы һалырға ла 5 минут ҡайнатып алабыҙ. Салат эшләр алдынан ҡыярҙарҙы 3-4 сәғәт һалҡын һыуҙа тотоп алырға, кетерләп торған була.

Салаттар һала торған банкаларҙы духовкала 200° ҡыҙыулыҡта 15 минут тотоп стерилизовать итеп алдым, ҡалай крышкалар өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп торҙом.

Салаттарҙы эҫе көйөнә генә банкаларға һалып, бисмилла һүҙен әйтеп, яҡшы теләктәр теләп, имен-һау ашарға яҙһын тип ныҡлап машинка менән ябып ҡуйырға. Артабан салат һалынған банкаларҙы йылы әйбергә төрөп иҙәнгә берәй мөйөшкә ҡаплап бер тәүлеккә ҡуйып торорға, унан һуң инде мөгәрәпкә оҙатыла. Әйткәндәй: ошо күләмдән минең 10 банка 0.5 банка һәм бер банка 0.8 салат килеп сыҡты.

Ризыҡҡа яҙһын эшләгән ризыҡтарыбыҙ, һаулыҡта, ҡыуаныста ашарға насип булһын! 

Гөлгенә Байегетованың фәхифәһенән.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас