Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
2 Сентябрь 2022, 14:31

Артроздан һәм быуындар һыҙлауынан йәнә бер рецепт

  Был рецепт ваҡыт һынауы үткән. Шуға шифаһы тейер, тип ышанғы килә. Шулай итеп, был дауаға 5%-лы медицина йоды, 10%-лы нашатыр спирты, медицина үте (медицинская желчь), глицерин, май айының балы кәрәк була.

Артроздан һәм быуындар һыҙлауынан йәнә бер рецептАртроздан һәм быуындар һыҙлауынан йәнә бер рецепт
Артроздан һәм быуындар һыҙлауынан йәнә бер рецепт

Артроздан һәм быуындар һыҙлауынан йәнә бер рецепт

Был рецепт ваҡыт һынауы үткән. Шуға шифаһы тейер, тип ышанғы килә.

Шулай итеп, был дауаға 5%-лы медицина йоды, 10%-лы нашатыр спирты, медицина үте (медицинская желчь), глицерин, май айының балы кәрәк була.

Был компоненттарҙы бер кимәлдә алып, бергә ҡугып болғатабыҙ. Унан ҡараңғы урында 10 көн төнәтәбеҙ.
Компресс эшләр алдынан яҡшылап болғатығыҙ ҙа бәләкәйерәк шешәгә ҡойоп алығыҙ. Уны һыу парында йылытығыҙ.
Салфетканы йылытылған шыйыҡсаға манып алығыҙ ҙа йоҡлар алдынан һыҙлаған урынға һалығыҙ. Өҫтөнән йөн әйбер менән төрөп ҡуйығыҙ.
Бындай дауаланыу ысулын һауыҡҡансы ҡабатлағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәңәш итәбеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас