Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
1 Сентябрь 2022, 10:30

Томат һутында помидор тоҙлау

Томат һуты өсөн кәрәк: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 100 грамм 9 проценты аш һеркәһе, 300 грамм томат пастаһы, 3 бөртөк түңәрәк ҡара борос, 1 бөртөк ҡәнәфер бөрөһө. Быларҙың барыһын да бергә һалып, бер аҙ ғына ҡайнатып алабыҙ. Уртаса ҙурлыҡтағы помидорҙарҙы... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Томат һуты өсөн кәрәк:

1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 100 грамм 9 проценты аш һеркәһе, 300 грамм томат пастаһы, 3 бөртөк түңәрәк ҡара борос, 1 бөртөк ҡәнәфер бөрөһө.

Быларҙың барыһын да бергә һалып, бер аҙ ғына ҡайнатып алабыҙ. Уртаса ҙурлыҡтағы помидорҙарҙы (яҡынса 1 кг), ярты литрлы банкаларға яҡшылап йыуып һалабыҙ. Банка төбөнә 2 теш һарымһаҡты ваҡлап төшөрәбеҙ. Помидор өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойоп, өҫтөн ҡапҡас менән ябып, 7-8 минутҡа ҡалдырабыҙ. Һуңынан уны түгеп, өҫтөнә үҙебеҙ әҙерләгән томат һутын ҡоябыҙ һәм ҡапҡасын нығытып бороп, әйләндереп ҡуябыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас