+24 °С
Дождь
Алма бәлеше
Алмаларҙың күпләп өлгөргән сағы. Уларҙан телеңде йоторлоҡ бәлеш бешереп, ғаиләбеҙҙе һыйлайыҡ әле. Уның өсөн кәрәк: 250 г он, 100 аҡ май, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ҡамыр ҡабартҡыс, 2 аш ҡалағы һалҡын һыу, йыуып, таҙартылған алмалар.
Майҙы он менән бергә ҡушып ыуабыҙ. Уға шәкәр ҡомо, ҡамыр ҡабартҡысы өҫтәйбеҙ. Һалҡын һыу ҡушып, тағы ла ыуабыҙ. Һуңынан уны ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын табаның аҫтына йәйеп һалабыҙ һәм өҫтөнә ыуғыстан үткәрелгән алма һалабыҙ. Алманы ваҡлап турарға ла мөмкин. Тағы ла татлыраҡ булыуын теләһәгеҙ, уға бал йәки ҡайнатмаөҫтәргә мөмкин. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ыуып йәйәбеҙ. 40 минуттан шундай тәмле алма бәлеше әҙер буласаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.