Файҙалы кәңәштәр
31 Август 2022, 03:58

Ҡышҡылыҡҡа ЛОБИО

Был салат өсөн 3 стакан фасоль, 1 кг татлы ҡыҙыл борос, 1 кг кишер, 2 кг бешкән генә помидорҙар, 1 стакан үҫемлек майы, 2,5 аш ҡалағы тоҙ, 300 гр шәкәр, 70 мл 9%-лы уксус алына.  Башта фасолде тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Бешер-бешмәҫ хәлгә инеү менән уттан алабыҙ.   

Ҡышҡылыҡҡа ЛОБИОҠышҡылыҡҡа ЛОБИО
Ҡышҡылыҡҡа ЛОБИО

Ҡышҡылыҡҡа ЛОБИО 

Был салат өсөн 3 стакан фасоль, 1 кг татлы ҡыҙыл борос, 1 кг кишер, 2 кг бешкән генә помидорҙар, 1 стакан үҫемлек майы, 2,5 аш ҡалағы тоҙ, 300 гр шәкәр, 70 мл 9%-лы уксус алына. 

Башта фасолде тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Бешер-бешмәҫ хәлгә инеү менән уттан алабыҙ. 

Боросто орлоғонан таҙартып, һаламлап турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ. Аҙаҡ барыһын бергә бутап, тоҙ, шәкәр һәм май өҫтәп, һүрән утта бешерергә ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң йәнә 30 минут бешерәбеҙ әле. Бешерҙән 10 минут алда уксус ҡоябыҙ.

Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға тултырп, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас