Ни өсөндөр ҡайһы бер осраҡта ҡулдар һәм аяҡтар беренсе булып өшөй. Һыуыҡ булған өсөн генә түгел. Уның башҡа сәбәптәре лә бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең йылы өйҙә лә ҡулдары һәм аяҡтары өшөй. Сәбәптәре нимәлә?
Тәү сиратта кеше нимәгәлер борсолһа һәм стресс кисерһә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла башлай. Һөҙөмтәлә иң беренсе булып ҡулдар һәм аяҡтар һыуына.
Шулай уҡ йоҡо туймаһа ла кеше өшөй. Бындай ваҡытта организмда матдәләр алышыныуы боҙола. Шуға ҡан әкренерәк йөрөй.
Ә шулай ҙа иң беренсе аяҡтарҙың өшөүен – ҡан әйләнешенең дөрөҫ йөрөмәүенә бәйләйҙәр.
Гемоглобин түбән булһа ла кеше тиҙ арый, хәлһеҙләнә, шешенә. Шунлыҡтан аяҡ-ҡулдар ҙа тиҙ өшөй.
Диабет ваҡытында ҡанда глюкоза арта, ҡан тамырҙары ҡыҫыла.
Бөйөр ауыртҡанда ла кеше шешенә һәм ҡан тамырҙары ҡыҫыла.
Анорексия - ашауҙан баш тартҡан кешенең организмында май ҡатламы юҡҡа сыға. Шунлыҡтан ул тиҙ өшөй.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.