Файҙалы кәңәштәр
31 Август 2022, 06:08

Аш бүлмәһе кәңәштәре

- бәлеш эслегенә тигән кәбеҫтәне башта ҡайнар, унан һыуыҡ һыу менән бешекләп, һуңынан табала ҡыҙҙырһаң, ул төҫөн юғалтмай, йылтырап торор; - сөгөлдөр оҙаҡ бешә. Тәүҙә уны бер сәғәт бешереп, һуңынан 10 минут һыуыҡ һыу ағымында тотһаң - әҙер була. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.  

Аш бүлмәһе кәңәштәрен хәтер һандығына һалып ҡуйырға була

- дөгө бешергән һыуға бер аш ҡалағы һеркә ҡойһағыҙ, ул ап-аҡ булып, таралып торор;

- ҡаймаҡҡа бер аҙ һөт ҡушһаң, крем эшләгәндә эремәҫ;

- бәлеш эслегенә тигән кәбеҫтәне башта ҡайнар, унан һыуыҡ һыу менән бешекләп, һуңынан табала ҡыҙҙырһаң, ул төҫөн юғалтмай, йылтырап торор;

- ҡәһүә ҡайнатҡанда, иң аҙаҡ бер семтем генә тоҙ өҫтәп ебәрһәң, ул хуш еҫле булыр;

- бер аҙ һеркәлә иретелгән ике киҫәк шәкәр - соустағы виноны алыштыра ала;

- асылған томат пастаһы күгәрмәһен өсөн, ҡапҡасына горчица һөртөргә кәрәк;

- кеҫәл ҡайнатҡанда еләк-емештең тәмен һәм төҫөн һаҡлап ҡалыу өсөн бүленеп сыҡҡан һутты ҡушмаҫҡа, ә әҙер киселгә генә ҡойорға.

- сөгөлдөр оҙаҡ бешә. Тәүҙә уны бер сәғәт бешереп, һуңынан 10 минут һыуыҡ һыу ағымында тотһаң - әҙер була.

- винегрет тәмле булһын өсөн бер аш ҡалағы һөт һәм бер балғалаҡ шәкәр өҫтәргә кәрәк.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас