Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
30 Август 2022, 12:05

Күҙ тирәһендәге тире өсөн маскалар

Күҙ тирәһендәге тире нәзәҡәтле булыуы менән айырыла. Уны махсус тәрбиләр кәрәк. 1. Йомортҡа ағы менән маска.Йомортҡа ағын мамыҡ дискыһына һалып, күҙ тирәһенә һөртәбеҙ. Был мәлдә күҙҙәрҙе ябып торабыҙ. Маска кипкәс, һалҡын һыу менән һөртөп алабыҙ.2. Киләһе рецепт «ҡаҙ тәпейе» менән көрәштә ярҙам итә.

Күҙ тирәһендәге тире өсөн маскаларКүҙ тирәһендәге тире өсөн маскалар
Күҙ тирәһендәге тире өсөн маскалар

1. Йомортҡа ағы менән маска.
Йомортҡа ағын мамыҡ дискыһына һалып, күҙ тирәһенә һөртәбеҙ. Был мәлдә күҙҙәрҙе ябып торабыҙ. Маска кипкәс, һалҡын һыу менән һөртөп алабыҙ.

2. Киләһе рецепт «ҡаҙ тәпейе» менән көрәштә ярҙам итә. Бер үк миҡдарҙа алынған йомортҡа ағы, арпа оно һәм балды бергә бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне күҙ тирәһенә һылап 20 минут көтәбеҙ. Унан һалҡын һыу менән йыуабыҙ.

3. Был маска күҙ шешен ҡайтара һәм ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. 2 һыуытылған йомортҡа һарыһын 1 балғалаҡ сәскә балы һәм 1 балғалаҡ зәйтүн йә абрикос майы менән бергә ныҡ итеп туҡыйбыҙ ҙа йәһәт кенә күҙ тирәһенә һөртәбеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас