Файҙалы кәңәштәр
30 Август 2022, 06:55

Баклажан салаты

Баклажан салаты. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк (тәмле килеп сыҡһын өсөнпропорциянан ситләшмәгеҙ):* 500 гр баклажан* 1 кг помидор* 500 гр болгар боросо* 5 теш һарымһаҡ* 100 мл үҫемлек майы* 50 гр аш һеркәһе* ҡыҙыл, ҡара борос (тәменә ҡарап)

Баклажан салаты. Уны әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк (тәмле килеп сыҡһын өсөнпропорциянан ситләшмәгеҙ):
* 500 гр баклажан
* 1 кг помидор
* 500 гр болгар боросо
* 5 теш һарымһаҡ
* 100 мл үҫемлек майы
* 50 гр аш һеркәһе
* ҡыҙыл, ҡара борос (тәменә ҡарап)
Помидорҙың ҡабығы еңел әрселһен өсөн ҡайнар һыу менән бешереп алабыҙ ҙа блендор менән иҙәбеҙ. Унан һүрән генә утта 5 минут ҡайнатабыҙ. Баклажан менән боросто шаҡмаҡлап (ваҡ ҡына итеп) турап, помидорға ҡушабыҙ. Май, тәмләткестәр ҙә ҡушырға онотмайбыҙ. Тағы 20 минут ҡайнатабыҙ. Аҙаҡ аш һеркәһе менән иҙелгән һарымһаҡ ҡушып, яҡшы ғына итеп болғатабыҙ. Стерелләнгән банкаларға һалып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас