+24 °С
Ямғыр
Ныҡ өлгөргән ҡыярҙан нимә эшләргә белмәйһегеҙме? Унан бит шундай үҙенсәлекле, тәмле соус та әҙерләп була. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы ҡыярҙы ҡырғыстан үткәрәһең һәм һутын ағыҙып алаһың. 100 гр йомшаҡ сыр, 2 теш иҙелгән һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм 1 сәй ҡалағы туралған укроп һалаһың. Уларҙың бөтәһен бергә яҡшылап болғатаһың. Соус әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!