Файҙалы кәңәштәр
29 Август 2022, 07:26

Тәмле генә шарлотка

Был тәмлекәсте бешереү өсөн 2-3 алма, 1 сынаяҡ он (240 мл), 1 сынаяҡ шәкәр, 3 эре йомортҡа (вағы күберәк кәрәк була), семтем тоҙ, 1/2 балғалаҡ дәрсен (корица), 1/2 балғалаҡ ваниль эссенцияһы, 1 аш ҡалағы крахмала (ҡушмаһаң да була), шәкәр пудраһы (биҙәр өсөн) кәрәк була.    Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙыра тороғоҙ. Был арала он, тоҙ, дәрсен, крахмалды бергә ҡушып бутайбыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән бергә ҡушып туҡыйбыҙ. Масса ағарып, күперергә тейеш.   

Тәмле генә шарлоткаТәмле генә шарлотка
Тәмле генә шарлотка
Был тәмлекәсте бешереү өсөн 2-3 алма, 1 сынаяҡ он (240 мл), 1 сынаяҡ шәкәр, 3 эре йомортҡа (вағы күберәк кәрәк була), семтем тоҙ, 1/2 балғалаҡ дәрсен (корица), 1/2 балғалаҡ ваниль эссенцияһы, 1 аш ҡалағы крахмала (ҡушмаһаң да була), шәкәр пудраһы (биҙәр өсөн) кәрәк була. 
 
Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙыра тороғоҙ. Был арала он, тоҙ, дәрсен, крахмалды бергә ҡушып бутайбыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән бергә ҡушып туҡыйбыҙ. Масса ағарып, күперергә тейеш. 
 
Яйлап ҡына йомортҡалы иҙмәгә ҡоро массаны өҫтәйбеҙ. Туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
 
Алма йә грушаның ҡабығын әрсеп турайбыҙ. 
 
Формаға май һөртәбеҙ (аҡ май яҡшыраҡ) һәм он һибәбеҙ. форма төбөнә туралған алманы теҙәбеҙ ҙә өҫтөнә ҡамырҙы ҡоябыҙ. 
 
30-40 минутта бешеп сығырға тейеш. Ҡыҙарыу менән шырпы менән тишеп ҡарайбыҙ. 
 
ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас