+21 °С
Болотло
- 2,5 кг слива, ниндәй төрө булһа ла ярай. Бер юлы төрлөһөн алып та эшләргә мөмкин.
- 500 г алма.
- 4 кг шәкәр ҡомо.
Сливаның һөйәктәрен, алманың уртаһын алып таҙартабыҙ. Һуңынан уларҙы ит турағыс аша үткәреп, 2,5 кг шәкәр һалып болғатабыҙ һәм газға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 15 минут тотоп утты һүндерәбеҙ һәм ҡалған шәкәрҙе ҡойоп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Артабан банкаларға ҡойоп, һалҡын урынға ҡуябыҙ.
Ҡайнатма ҡайнаған саҡта бүленеп сыҡҡан к-переген йыймаҫҡа ла мөмкин. Ул ҡайнай-ҡайнай үҙе бөтә.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.