Файҙалы кәңәштәр
29 Август 2022, 09:10

Файҙалы кәңәштәр

Икмәк тиҙ иҫкермәһен өсөн һауыттың ситенә генә сей картуф, алма ҡуйығыҙ йәки семетеп кенә тоҙ һибегеҙ. Балыҡты йәки итте ҡыҙҙырғандан һуң бөтөн өйгә таралған ауыр еҫтән... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Икмәк тиҙ иҫкермәһен өсөн һауыттың ситенә генә сей картуф, алма ҡуйығыҙ йәки семетеп кенә тоҙ һибегеҙ.

Балыҡты йәки итте ҡыҙҙырғандан һуң бөтөн өйгә таралған ауыр еҫтән һеркә ҡотҡарасаҡ. Бының өсөн табаға ике аш ҡалағы һеркә ҡойоп, шуны парға әйләнеп бөткәнсе ҡайнатырға кәрәк.

Духовкала йәбешкән май һәм көйгән таптарҙы бөтөрөр өсөн кистән уны нашатырь спирты менән һөртөп сығығыҙ. Иртәнсәк уны һөртөп кенә алырға кәрәк буласаҡ.

Иҫке термостан килгән ауыр еҫте бөтөрөр өсөн эсенә ике аш ҡалағы дөгө ярмаһы һибеп, бер стакан һыу ҡойоп ултыртып ҡуйығыҙ. Бер нисә сәғәттән һуң дөгөнө ташлап, термосты яҡшылап йыуып алығыҙ. Термоста бер генә лә ят еҫ ҡалмаҫ.

Тимер табалағы көйгән урындарҙы таҙартыу өсөн 1 аш ҡалағы һеркә менән 1 аш ҡалағы водород перекисы ҡушылған ҡатнашма әҙерләгеҙ. Уның менән табаны һөртөп, 10 минут тоторға кәрәк. Һуңыраҡ матур итеп йыуып алығыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас