+24 °С
Ямғыр
Йәшел сәй биттәге таптарҙы бөтөрә
Биттәрҙәге таптарҙан һәм туттарҙан ҡотолорға теләһәгеҙ түбәндәге битлекте эшләп ҡарағыҙ. 2 аш ҡалағы йәшел сәйҙе ваҡ ҡына итеп иҙгеләгеҙ. Уға ике сәй ҡалағы дөгө оно ҡушығыҙ. Ҡуйы масса барлыҡҡа килерлек итеп, һыу ҡойоп болғатығыҙ. Һуңынан уны пигмент таптарға һөртөп сығығыҙ. 15 минуттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.