Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
29 Август 2022, 11:54

Ҡабаҡ, картуф, помидор һәм сыр -- шәп ҡабымлыҡ

Ҡабаҡтар өлгөрҙө, картуф үҫте, помидор тәгәрәп ята. Әйҙәгеҙ ошо ҡабымлыҡты эшләп ашайыҡ. Ммм. бик тәмле.  Бының өсөн 2 ҡабаҡ йәки цукини, 4 уртаса ҙурлыҡтағы картуф, 3 помидор, 1 ҙур ғына һуған, 100 мл һыу, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы майонез, 1 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ һәм тәмләткестәр алына.   

Ҡабаҡ, картуф, помидор һәм сыр -- шәп ҡабымлыҡҠабаҡ, картуф, помидор һәм сыр -- шәп ҡабымлыҡ
Ҡабаҡ, картуф, помидор һәм сыр -- шәп ҡабымлыҡ

Бының өсөн 2 ҡабаҡ йәки цукини, 4 уртаса ҙурлыҡтағы картуф, 3 помидор, 1 ҙур ғына һуған, 100 мл һыу, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы майонез, 1 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ һәм тәмләткестәр алына. 

Бар йәшелсәләрҙе балдаҡлап турайбыҙ. Унан тәрән формаға башта картуфты, унан һуғанды, ҡабаҡты һәм помидорҙы теҙеп һалабыҙ. Һәр ҡатты тоҙлар кәрәк булыр. Аҙаҡ 100 гр һыу ҡоябыҙ. 

Йомортҡаға ҡаймаҡ һәм майонез ҡушып туҡыйбыҙ. Аҙаҡ йәшелсәләр өҫтөнә ҡоябыҙ.

180 градус эҫелектәге духовкала өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. 

Анан өҫтөнә ҡырылға сыр һибәбеҙ һәм сыр ирегәнсе йәнә духовкаға оҙатабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас