+24 °С
Ямғыр


Гемоглобины түбән булыу менән ыҙалаған кешеләр күп. Һәр саҡ дарыу йотоп ҡына йөрөп булмай. Гемоглобинды баҡсабыҙҙа үҫкән йәшелсәләр менән дә күтәреп була.
Эре ҡырғыстан 300-әр г кишер менән сөгөлдөрҙө үткәрәбеҙ ҙә, 300 г бал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Әҙер ҡатнашманы көн һайын иртәнсәк, ас ҡарынға ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Гемоглобин аҙна-ун көндән күтәрелә башлай. Сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.