Файҙалы кәңәштәр
28 Август 2022, 09:05

Эҫелә бик килешә

Ҡыяр һутынан яһалған эсемлек юғары ҡан баҫымынан яфа сигеүселәргә ярҙам итә. Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн ҡыяр һутын минераль һыу менән яртылаш ҡушабыҙ, ә бөтнөк һәм әфлисун да өҫтәһәк, һалҡынса лимонад килеп сыға...

Эҫелә бик килешәЭҫелә бик килешә
Эҫелә бик килешә

Ҡыяр һутынан яһалған эсемлек юғары ҡан баҫымынан яфа сигеүселәргә ярҙам итә. Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн ҡыяр һутын минераль һыу менән яртылаш ҡушабыҙ, ә бөтнөк һәм әфлисун да өҫтәһәк, һалҡынса лимонад килеп сыға. Айырыуса эҫелә шул рәүешле ҡан баҫымын кәметергә һәм үҙеңде яҡшыраҡ хис итергә мөмкин. Әммә кибеттәрҙә һатылған йәшелсәләрҙә ҡайһы саҡта файҙалы ғына түгел, сәләмәтлек өсөн зарарлы матдәләр ҙә булыуы мөмкин. Шуға ла һатып алынған ҡыярҙы ҡабығынан таҙартырға кәрәк. Яңы ғына түтәлдән өҙөп алған үҙебеҙҙең ҡыяр иң файҙалыһы буласаҡ, сөнки беҙ ултыртканда ниндәй ашламалар ҡулланыуыбыҙҙы һәм бер ниндәй химия булмауын беләбеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтарым!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас