Файҙалы кәңәштәр
28 Август 2022, 07:58

"Анкл-Бенс" салаты

Был тәмле генә салат өсөн 2 кг ҡабаҡ, 2,5 кг помидор, 1 кг болгар боросы, 200 гр һарымсаҡ, 2 аш ҡалағы (өймәләмә) тоҙ, 200 гр +1 аш ҡалағы шәкәр, 200 мл үҫемлеге майы, 100 мл 9 процентлы уксус кәрәк була.

"Анкл-Бенс" салаты"Анкл-Бенс" салаты
"Анкл-Бенс" салаты

Был тәмле генә салат өсөн 2 кг ҡабаҡ, 2,5 кг помидор, 1 кг болгар боросы, 200 гр һарымсаҡ, 2 аш ҡалағы (өймәләмә) тоҙ, 200 гр +1 аш ҡалағы шәкәр, 200 мл үҫемлеге майы, 100 мл 9 процентлы уксус кәрәк була.

Помидор, һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ, унан шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡ, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майын ҡушып, һауыттың ҡапҡасын ябабыҙ. Унан 30 минут тирәһе ҡайнатыҙ. 

Унан һаламлап туралған болгар боросо менән уксус ҡушабыҙ. Йәнә һүрән утта 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. 

Тәмләп ҡарағандан һуң өҫтәп шәкәр һалырға була. 

Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас