Файҙалы кәңәштәр
26 Август 2022, 07:30

Картуфлы калиткалар

Әйҙәгеҙ бөгөн төшкөлөккә карелия кухняһының милли ризығын әҙерләйек. Тәмле булыуға оҡшаған!  Картуфлы Карелия (фин) калиткалар Калитка - ул арыш оно нигеҙендә сөсө ҡамырҙан бешерелгән ҙур булмаған асыҡ бөйөрөктәр. Уның исеме русса, әммә ишек йәки ҡапҡа менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Был исем осраҡлы ғына барлыҡҡа килгәндер, моғайын, «калиттоа» һүҙенән - һыланған, сөнки эслекте ҡамырға йәбештерәләр кеүек. Традицион калиткаларҙы арыш ононан бешерәләр, шуға ла улар ҡаты килеп сыға, шуға беҙ һеҙгә бойҙай онон ҡушырға кәңәш итәбеҙ. 6 калитки өсөн 5 картуф, 1 стакан кефир...

Картуфлы калиткаларКартуфлы калиткалар
Картуфлы калиткалар

Әйҙәгеҙ бөгөн төшкөлөккә карелия кухняһының милли ризығын әҙерләйек. Тәмле булыуға оҡшаған! 

Картуфлы Карелия (фин) калиткалар

Калитка - ул арыш оно нигеҙендә сөсө ҡамырҙан бешерелгән ҙур булмаған асыҡ бөйөрөктәр. Уның исеме русса, әммә ишек йәки ҡапҡа менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Был исем осраҡлы ғына барлыҡҡа килгәндер, моғайын, «калиттоа» һүҙенән - һыланған, сөнки эслекте ҡамырға йәбештерәләр кеүек. Традицион калиткаларҙы арыш ононан бешерәләр, шуға ла улар ҡаты килеп сыға, шуға беҙ һеҙгә бойҙай онон ҡушырға кәңәш итәбеҙ.

6 калитки өсөн 5 картуф, 1 стакан кефир, 50 гр аҡ май, 1 стакан бойҙай оно, 1 стакан арыш оно, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр, 1 йомортҡа алына.

 

Картуфты тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Унан 50 грамм аҡ май менән 1 аш ҡалағы ҡаймай ҡушып, картуфты иҙәбеҙ. Бүлмә температураһына тиклем һыуынғанын көтәбеҙ.

Картуф һыуыған арала ҡамыр баҫа торайыҡ. Табаҡҡа кефир менән ондарҙы һалып болғатабыҙ. Әгәр һеҙҙең арыш оноғоҙ булмаһа, бойҙайҙыҡы ла ярап ҡала, хатта тәмлерәк була. Ошонда уҡ тоҙ ҡушабыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ. Әүәләүгә уңайлы ғына булған ҡатҡыл ҡамыр килеп сығырға тейеш.

Әҙер ҡамырҙы бер иш киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Һәр ҡайһыһын 0.5 см ҡалынлыҡта йәйеп уртаһына 1-2 аш ҡалағы иҙелгән картуф һалып, сит яғын кәрзин кеүек итеп йәбештереп сығабыҙ. 

Противенға пергмент ҡағыҙ түшәп, өҫтөнә кәрзиндәрҙе теҙәбеҙ. Ҡалған ҡаймаҡҡа туҡылған йомортҡа ҡушып болғатабыҙ ҙа, калиткиларҙың өҫтөнә һөртәбеҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 35-40 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас