Файҙалы кәңәштәр
26 Август 2022, 07:00

Бик тәмле "кәмәләр"

Духовкала бешерелгән был ташҡабаҡтарҙың эҫе таралыу менән, хатта күршеләрегеҙ йүгереп килеп етер) Тотондоҡ...

Бик тәмле "кәмәләр"Бик тәмле "кәмәләр"
Бик тәмле "кәмәләр"

Ҙур ташҡабаҡты оҙонсалай уртаға бүлегеҙ. Эсендәге орлоҡтарҙы алып ташлап, ике “кәмә” эшләгеҙ. Уларҙың эсенә үткәрелгән итте һалығыҙ. Фарштың өҫтөн ҡаплау өсөн соус әҙерләгеҙ. Бының өсөн майонез, томат пастаһы һәм ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы болғатығыҙ. Духовкала 20-30 минут бешерелә. Аштарығыҙ - тәмле, йөҙҙәрегеҙ яҡты булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина рецебы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас