Был бауырһаҡты бешерер өсөн 500 мл һөт, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 30 гр аҡ маҡ, 200 мл үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 10 гр әсетке, 1 кг он кәрәк була.
Стакандың 1/3 өлөшөнә һыу ҡойоп, бер аҙ шәкәр, әсетке һалып, өҫтөн ҡаплап ҡуябыҙ. Әсетке күпсеп сыҡҡас, барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы таҫтамал менән ҡаплап, ҡабарғанын 2 сәғәт көтәбеҙ.
Ҡамырҙы йәйеп ҡырҡҡылап сыҡҡандан һуң ҡалҡҡанын йәнә 20 минут (әҙерәк тә, күберәк тә түгел) көтәбеҙ.
Ҡыҙған майҙа бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
+24 °С
Ямғыр




