+24 °С
Ямғыр


* 1 кг кәбеҫтә
* 1 кг кишер
* 1 кг һуған
* 1 кг болгар боросо
* 1 кг помидор
* 1 кг ҡыяр
* 5 балғалаҡ тоҙ
* 5 аш ҡалағы шәкәр
* 1 стакан үҫемлек майы
* 1 стакан 9 %-лы аш һеркәһе
* теләк буйынса һарымһаҡ
Бар ингридиенттарҙы һаламлап турап, май, аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып болғатабыҙ ҙа бер сәғәт ултыртып торабыҙ. Унан бешерергә ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 10 минут бешерәбеҙ. Банкаларға һалып, маринатын тигеҙләп сығабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, ҡышығыҙ йәйле булһын!