Лимонадтан да тәмлерәк эсемлекте һеҙ үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ.
Бының өсөн бер ус базилик, шәкәр һәм лимон кислотаһы кәрәк була.
1,5 литр һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ һәм базилик менән шәкәр өҫтәйбеҙ. Бер-ике минут ҡайнағандан һуң һыу йәшел төҫкә инер. Хәҙер бар үләнде һөҙөп алыр кәрәк. Бер аҙ лимон кислотаһын ҡушабыҙ. Эсемлек алһыу төҫкә инер. Эсемлек әҙер. Һыуытып эсергә генә ҡалды.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Рецептарҙы үҙегеҙгә алһағыҙ, лайк ҡуйырға һәм төркөмөбөҙгә яҙылырға онотмағыҙ!
+21 °С
Болотло




