Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
21 Августа 2022, 10:21

Эремсекле тәмлекәс

Был булочкиларҙы тәмле тип әйтеү бер ни ҙә аңлатмаған кеүек. Ә инде бешеп сыҡҡан эремсекле булочкиларҙың өҫтөнә шәкәрле ҡаймаҡты ҡойоп, төрөп ултыртып ҡуйһаң, өй эсендә таралған еҫтәрҙән ауыыҙың һыуы ҡойолор. Мммм. Әйҙәгеҙ, тиҙ генә бешерә һалайыҡ! 

Эремсекле тәмлекәсЭремсекле тәмлекәс
Эремсекле тәмлекәс

 

Эремсекле тәмлекәс
Был булочкаларҙы тәмле тип әйтеү бер ни ҙә аңлатмаған кеүек.
Ә инде бешеп сыҡҡан эремсекле булочкиларҙың өҫтөнә шәкәрле ҡаймаҡты ҡойоп, төрөп ултыртып ҡуйһаң, өй эсендә таралған еҫтәрҙән ауыыҙың һыуы ҡойолор. Мммм. Әйҙәгеҙ, тиҙ генә бешерә һалайыҡ!

Ҡамыр өсөн: 350 гр он, 3 гр ҡоро әсетке, 100 гр һөт, 50 гр шәкәр, 50 гр маргарин (аҡ май йә үҫемлек майы менән уны алмаштырырға була), 70 гр ҡаймаҡ (магазиндыҡы), бер аҙ тоҙ алына.
Эслек өсөн 500 гр эремсек, 1 йомортҡа, 100 гр шәкәр кәрәк.
Өҫтөнә ҡойоу өсөн 200 гр ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы шәкәр алына.

Йылы һөткә әсетке, ярты балғалаҡ шәкәр, 2-3 балғалаҡ он һалып, яҡшылап болғатабыҙ ҙа, ултыртып торабыҙ. Ошолай ул 40 минут ултырһын.

Ондо ҡабаттан иләр кәрәк. Иләнгән онға тоҙ, шәкәр ҡушып болғатығыҙ. Ошонда уҡ йомшаҡ маргаринды, ҡаймаҡты, ҡушып ҡул менән ыуалар кәрәк. Унан күпсеп сыҡҡан әсеткеле иҙмәне ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр уртаса ҡатылыҡта булһын, йәғни үтә йомшаҡ та, үтә ҡаты ла булмаһын.
Ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, 10-15 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Унан йәнә баҫабыҙ. Тығыҙ һәм шыма ғына ҡамыр килеп сыға.
Хәҙер ул ҡалҡһын өсөн ҡалдырып торабыҙ.
Был ваҡытта эслек менән булышайыҡ. Эремсек менән шәкәрҙе ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡамырҙы 0,5 – 1 см ҡалынлыҡта йәйәбеҙ һәм өҫтөнә эслекте һылайбыҙ. Унан рулет итеп төрәбеҙ. Унан ҡырҡҡылап сығабыҙ.
Хәҙер беҙ уларҙы пергамент түшәлгән противен эсенә бер-береһенә тигеҙмәй генә теҙеп сығабыҙ. Өҫтөн ҡаплап, 40 минутҡа "онотоп" торабыҙ.
Духовкаға оҙатырҙан 5 – 7 минут алдан йомортҡа туҡып, өҫтөнә һыларға кәңәш ителә.
Әҙер эремсекле булочкаларҙы 180 – 200 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала ҡыҙарып сыҡҡансы бешереп алабыҙ.
Был ваҡытта ҡаймаҡ менән шәкәрҙе яҡшылап бутайбыҙ һәм духовканан булочкаларҙы алыу менән өҫтөнә һылайбыҙ. Унан һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас