+19 °С
Облачно


Тиҙ тоҙлана торған помидор
* 1 кг помидор;
* Әсе боростоң яртыһы;
* 1 аш ҡалағы тоҙ;
* 10 һарымһаҡ теше;
* укроп;
* 1 балғалаҡ шәкәр.
Помидорҙы матурлап йыуып, киптерер кәрәк булыр. Унан өҫтән бәләкәс кенә итеп Х формаһында ҡырҡып сығыла. Борос, һарымһаҡ һәм укроп ваҡ итеп турала. Полиэтилен пакетҡа помидорҙы һарымһаҡ, укроп, борос менән аралаштырып һалына. Остары ныҡ итеп бәйләгәндән һуң тағы бер пакетҡа ҡатлайбыҙ. Ныҡ ҡына һелкеткәндән һуң 1-2 тәүлеккә һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!