+5 °С
Облачно


Ингредиенттары:
* 2 кг ҡабаҡ
* 2,5 кг помидор
* 200 гр һарымһаҡ
* 1 кг татлы борос
* 2 аш ҡалағы тоҙ
* 200 гр шәкәр
* 200 гр үҫемлек майы
* 100 гр 9%-лы уксус.
Помидор менән һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Ҡабаҡтарҙы ваҡлап шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа помидорҙар янына оҙатабыҙ. Ошонда уҡ тоҙ, шәкәр һәм үҫемлек майын өҫтәйбеҙ.
Утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 30 минут быҡтырабыҙ.
Унан һаламлап туралған татлы борос менән уксус өҫтәйбеҙ.
Йәнә ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Һәм теүәл 20 минут үткәс, утты һүндерәбеҙ.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡыштарығыҙ йәйле булһын!