+21 °С
Облачно


Йәй көнө магазиндан әҙер маскалар һатып алыу яҙыҡ булыр. Баҡсала үҫкән барлыҡ йәшел үләндәр, ағас япраҡтары, йәшелсәләр, еләк-емештәр – барыһы ла бай минерал сығанағы. Һәм әлбиттә, улар араһында 1-се урынды ҡыяр ала. Ҡыяр биттәге яраны баҫа, шеште бөтөрә, дымландыра, сафландыра.
Классик вариант – ҡыяр киҫәктәрен күҙ бәбәгенә һалырға.
Ә бына ваҡыт мулыраҡ булһа, беҙҙең рецепт менән ҡуллана алаһығыҙ.
1 аш ҡалағы эремсекте 1 балғалаҡ үҫемлек майы менән бергә бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне ҡыяр киҫәгенә һылап, күҙ бәбәгенә һалабыҙ. Ҡул менән бер аҙ баҫтырып алабыҙ. 20 минуттан һуң йыуып төшөрәбеҙ. Күҙ тирәһендәге тире сафланып ҡалыр.