Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
16 Августа 2022, 17:40

Йоҡлар алдынан һөт эс

Борон өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып тормаған. Шулай уҡ дарыуҙар ҙа күп төрлө булмаған. Әммә улар һәр ризыҡты дауаға әйләндергән. Тик уның мәле һәм күләмен белер кәрәк. Һөт менән дә шулай. 

Йоҡлар алдынан һөт эсЙоҡлар алдынан һөт эс
Йоҡлар алдынан һөт эс

Борон өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып тормаған. Шулай уҡ дарыуҙар ҙа күп төрлө булмаған. Әммә улар һәр ризыҡты дауаға әйләндергән. Тик уның мәле һәм күләмен белер кәрәк. Һөт менән дә шулай. 

Әгәр кеше көн дә йоҡлар алдынан 100 мл-ҙан 1 стаканға тиклем һыйыр һөтөн йылытып эсһә, нығынып, таҙарынып ҡалыр. Шулай уҡ оптимистик рухы күтәрелер, интуицияһы көсәйер, тормошта осраған ваҡ-төйәк проблемаларҙы еңелерәк үткәрер. 

Һөт дауа булһын өсөн мәлен белеп эсеү ҙә зарур. Киске сәғәт 7-нән иртәнге сәғәт 7-гә тиклемге ваҡытта һөттө эсеү файҙалы булыр. Башҡа ваҡытта иһә ул ашҡаҙан эшмәкәрлегенә ҡамасаулар, хатта ҡайһы саҡ киреһенсә, зарар килтерер. 

Был ҡағиҙә 5-7 йәштәге балаларға ҡағылмай. Был йәштә организм һөттө еңел үҙләштерә. 

Йоҡларҙан 1 сәғәт алда, әммә ашағандан һуң 1,5 сәғәт үткәндән һуң ғына ҡайнап өлгөрмәгән һөттө бер аҙ һыуытып эсегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас