Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
16 Августа 2022, 07:27

Корейҙарса помидор

Был үҙенсәлекле ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн 2 кг помидор, 4 болгар боросо, 2 баш һарымһаҡ, 2 әсе ҡыҙыл борос кәрәк була. Тәмләткесте 100-әр гр уксус, үҫемлек майы, шәкәр ҡомонан, 2 аш ҡалағы тоҙҙан әҙерләйҙәр.   

Корейҙарса помидорКорейҙарса помидор
Корейҙарса помидор

Был үҙенсәлекле ҡабымлыҡты әҙерләү өсөн 2 кг помидор, 4 болгар боросо, 2 баш һарымһаҡ, 2 әсе ҡыҙыл борос кәрәк була. Тәмләткесте 100-әр гр уксус, үҫемлек майы, шәкәр ҡомонан, 2 аш ҡалағы тоҙҙан әҙерләйҙәр. 

Ингредиенттары:

* 2 кг помидор

* 4  болгар боросо 

* 2 һарымһаҡ 

* 2 әсе ҡыҙыл борос 

Тәмләткес өсөн:

* 100 гр уксус

* 100 гр үҫемлек майы

* 100 гр шәкәр 

* 2 аш ҡалағы тоҙ. 

Помидорҙы эре итеп турайбыҙ (хатта ки урталай ғына ҡырҡҡанда ла була). 

Борос, һарымһаҡ, әсе боросто ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә болғатабыҙ. Ошонда уҡ заправка ҡоябыҙ. 

Йәшелсәне турайбыҙ. 

3 литрлыҡ банкаға ҡатлап башта помидорҙы һалабыҙ, унан заправка ҡоябыҙ + туралған йәшелсә.  Ошо рәүешле банканы тултырабыҙ. 

Хәҙер инде банканың ҡапҡасын нығытырға ғына ҡалды. Баш түбән әйләндереп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Ошолай иткәндә был тәмлекәс 8 сәғәттә әҙер була.

8 сәғәттән һуң кире әйләндереп ултыртабыҙ. Икенсе көнөнә ул тағы ла тәмлерәк була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас