Файҙалы кәңәштәр
15 Августа 2022, 18:07

Йоҡлай алмаһаң, сейә һуты эс

Сейә компоты, һуты ғына тимәгеҙ. Уның бик файҙалы үҙенсәлектәре күп. Мәҫәлән, антиоксиданттар менән бәйле ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә. Сейә компоты составына ингән матдәләр...

Йоҡлай алмаһаң, сейә һуты эсЙоҡлай алмаһаң, сейә һуты эс
Йоҡлай алмаһаң, сейә һуты эс

Сейә компоты, һуты ғына тимәгеҙ. Уның бик файҙалы үҙенсәлектәре күп. Мәҫәлән, антиоксиданттар менән бәйле ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә.

Сейә компоты составына ингән матдәләр күҙәнәктәрҙе яңырта, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, стрессҡа ҡаршы көрәшә. 

* сейә һуты йоҡоға ла яҡшы тәьҫир итә. 

* Сейә һуты артрит һыҙланыуҙарын баҫа, диабет хәүефе факторҙарын ҡыҫҡарта

* Хәтерҙе яҡшырта, ҡартайыу процессын яйлата. 

* Тын юлы ауырыуҙарынан ярҙам итә. Йылытып эсһәң, ҡаҡырыҡты сығара. 

Артриттан рецепт

1 стакан сейәне һөйәгенән таҙартып, 1 стакан эҫе һөткә һалабыҙ. Берғаҙ һыуынғас,  көн буйына аҙ-аҙлап эсеп бөтөр кәрәк. 

Дауаланыу курсы 14 көн. 

Ашҡаҙан сей яраһынан (язва) киптерелгән сейә тамыры ярҙамында дауалайҙар. 

0,5 стакан кипкән сейә тамырын 1 литр һыуға һалып, 4-5 сәғәт төнәтергә. Унан 15 минут ҡайнаталар ҙа йәнә 1 сәғәт төнәтәләр. 

Әҙер төнәтмәне 1/3 стакан күләмдә ашарҙан 30 минут алда эсергә. 

Дауаланыу курсы 2 аҙна тирәһе. 

Яңы ғына өҙөп алынған сейә япрағые ваҡлап төрәләр һәм ҡанаған танауға ҡаплайҙар. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтергә, йәғни табип менән кәңәшләшергә кәңәш ителә. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас